Шунлыҡтан, ауылдың йөҙөк ҡашы ялтлап торорға тейеш. Бөгөн дә улар клубтары янын үләндән арындырған. Клубта ни, ике ҡатын-ҡыҙ эшләй, ҡыҙҙарға салғы тоттороп ебәреп булмай, Фәрүәз Хөсәйенов менән Булат Абдрахманов әйткәнде лә көтмәй, салғыларын (бында ла триммер инде, хәҙерге заманда кем, кәзә майын сығарып, салғы һелтәп йөрөһөн?) тотоп килеп тә еткәндәр. Егеттең аҫылдары! Ялсыҡайға килеп, клубы ихатаһы ниңә матур тип һоҡланған мәлдә, тап ошо егеттәрҙе иҫкә алығыҙ, рәхмәт әйтегеҙ.