Яңылыҡ өсөн көрәш бара бында - Иҫке Мораптал мәктәбе яңыра, Ғ. Әлмөхәмәтов музейы ла яңыра. Беҙ тәүҙә мәктәпкә һуғылдыҡ. Эштәр бик ҡыҙыу бара бында, ялһыҙ эшләйбеҙ, тине беҙгә эшселәре. Ҡуна ятаһығыҙмы әллә? Күмертауҙан килеп йөрөйбөҙ. 1 авгусҡа барыһын да теүәлләргә ине. Мәктәптән яҡшы кәйеф менән ҡуҙғалдыҡ - эшләһә лә эшләй белә бит егеттәр. Ауыл башлығына тип керһәк, сығып киткән, музейҙа ул тинеләр. Асҡар Исәт улының ҡапыл ғына музей экспонаттарын ҡарарға эстетик дәрте ҡуҙғалып китмәгәндер, унда барһаҡ, бында эш бик етди икән, "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгәйне ремонтҡа, ҡәһәрең, был аҡса етмәй икән барыһына ла. Уңарсы Юлай Ильясов та килеп туҡтаны. Руслан Әминев менән. Елкәләр оҙаҡ тырналып торҙо, ҡайһы ерҙе ямап, ҡайһы ерҙе тишек ҡалдырырға? Юрған тарыраҡ, башты ҡаплаһаң, аяҡ өшөй, аяҡты ҡаплаһаң, башҡа ер туңа.