Мәҙәниәт
24 Июня 2021, 12:11

Ермолаевоға барып эшләһендәр

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_54447 "Дилемма" тигән материалығыҙҙы уҡып сыҡтым да һеҙгә шылтыратам, исемемде әйтмәйем, беҙҙең ауыл ерендә, үҙегеҙ беләһегеҙ....Свободала кеше юҡ, кәмегәндәй-кәмей бара, әле дауахананы ябып ҡуйҙылар, халыҡ юҡ икән, башҡаһы ла юҡ, тик ниңә оптимизация гел һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағыла ул?

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_54447
"Дилемма" тигән материалығыҙҙы уҡып сыҡтым да һеҙгә шылтыратам, исемемде әйтмәйем, беҙҙең ауыл ерендә, үҙегеҙ беләһегеҙ....
Свободала кеше юҡ, кәмегәндәй-кәмей бара, әле дауахананы ябып ҡуйҙылар, халыҡ юҡ икән, башҡаһы ла юҡ, тик ниңә оптимизация гел һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағыла ул? Мәҙәниәт, ана, нисек йәшәгән шулай йәшәй бирә. Юҡ-юҡта Ермолаевоға барып концерт ҡуйышып ҡайта ла эше бөтә, ә эш хаҡы килеп тора. Ауылда дискотека үткәрелмәй (йәштәр ҡалаға йөрөй башланы), концерттар ҡуйылмай, йылына ике-өс концерт булһа була, булмаһа юҡ, башҡа ваҡыт клуб бикле тора. Элек мәҙәниәттең эшен тикшерәләр ине, хәҙер әллә уныһы ла юҡ. Китапханалар менән дә шулай, унда йөрөгән кеше юҡ, дөрөҫөндә. Отчет тип, фотоға төшәләр ҙә, вәссәләм, бар эштәре ошо.
Почтаны ҡыҫҡарттылар, аҙнаһына ике-өс көн эшләйҙәр хәҙер, шулай итеп аҡса экономиялайҙар, ә мәҙәниәт һаман социализмда йәшәй бирә, алдаҡ отчеттар менән аҡса ала, стимул аҡсаһы күпме икәнен беләһегеҙме - ундайҙы ауылдағы бригадир ҙа ала алмай.
Халыҡ кәмей тип, дауахананы ябалар икән, мәҙәниәтте лә ҡыҫҡартһындар, районға барып концерт ҡуйғылары бик килһә, Ермолаевоға барып эшләһендәр, унан ауылға бер файҙа юҡ.
Нимә әйтәһең, бер мәҙәниәткә генә ҡағыла тимәгеҙ, бар ерҙә лә ошолай хәл, район хакимиәтен генә алығыҙ, өс ҡат тулып ултыралар, ҡайҙа керһәң дә, баштарын баҫып эшләп ултырған һымаҡтар, элек бер кеше эшләгән урында хәҙер өс кеше. халыҡ кәмей улар арта (һуңғы ваҡытта ғына ла тағын яңы вазифалар барлыҡҡа килде), аҙаҡ аптырайбыҙ, нисек туйҙырайыҡ икән бөтәһен дә?
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас