

Машина арбаһына тейəлгəн ботаҡтарҙы алып сығып китеп барған Яҡут ауылы егете Рəүеф Əбйəлиловты танып ҡалдыҡ:
- Үҙебеҙ Яҡут ауылында йəшəһəк тə, был музей беҙҙең өсөн, тарих өсөн бик мөһим, шуға күрə, өмəгə һə тигəнсе үҙ техникам менəн ярҙамға килеп тə еттем,- тине лə йəһəт кенə ҡуҙғалып китте. Гәпләшеп торорға ваҡыты юҡ, эште йәһәтләй һалырға кәрәк.
"Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында яңырған музей хаҡында тулы материал үткән һанда гәзиттә сыҡты.