Мәҙәниәт
2 Ноября 2021, 06:36

Афарин, Иҙел!

Альбина Тунникова, Иҙелдең әсәһе:- Иҙел музыка мәктәбенә 6-сы йыл йөрөй. Ҡурайға һөйөү уға олатаһынан бирелгәндер. Атайым мәрхүм Хәйҙәр Бикбов 25 йыл ҡалабыҙҙағы фольклорҙа йөрөп, ҡурайҙа уйнаны. Зыя ағай Хәлилов, Альберт ағай Юлдыбаев мәрхүмдәр менән бергә халҡыбыҙ тип янып йәшәне. 

Афарин, Иҙел!Афарин, Иҙел!
Афарин, Иҙел!

Уның ҡурайҙа уйнауы йөрәккә үтеп инә торғайны. Хәҙер улым ҡурайҙа уйнаһа, мин уны илап тыңлайым. Иҙел менән ғорурланам, киләсәктә лә шулай рухлы бала булып үҫер тип өмөтләнәм.
Был конкурста ҡатнашып, 1-се урын алыуына бик шатбыҙ. Ҡурай серҙәренә өйрәткән, халҡыбыҙҙың музыка ҡоралына һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыһы Дим Асаиновҡа, шулай уҡ концертмейстерҙары Светлана менән Фаил Кәримовтарға рәхмәтлемен. Киләсәктә лә ҡалабыҙҙа рухлы балалар тәрбиәләһендәр һәм ҡурай моңо бер ҡасан да тынмаһын тип теләйем.

Тулы материал бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас