

Бигерәк шәп сығыш яһайҙар, эйе бит? Шулай булмай, ҡалалағы милләтте тотоп тороусылар ҙа улар. Сығыштары - сығыш, үҙҙәре ныҡ матурҙар, сәхнәгә менеп баҫтылармы, әллә "Һылыуҡай" менән "Батыр" конкурсы башландымы тип баш ват та ултыр.
Аҙна һайын репетицияларға йөрөй егет-ҡыҙҙар, кемдер бассейнға саба, йүгереү юлына баҫа, ә беҙҙекеләр йырлай ҙа бейей, шуға сибәрҙәр ҙә. Алдағы тормошта ла гел йәш булып ҡалып, беҙҙе ҡыуандырып, "Беҙ бар әле" тигәнде иҫбатлап, йырлап ҡына йәшәгеҙ, арыҫландар!