Мәҙәниәт
24 Ноября 2021, 04:23

Гордондан кәстүм

В программе «Мужское / Женское» обсуждаются всевозможные гендерные вопросы, разбираются скандальные человеческие истории. .Программа, которая пытается помочь мужчинам и женщинам разобраться в их отношениях.Один из самых острых проектов на Первом по накалу обсуждения в студии. Не просто поговорить и выслушать, а помочь — такова задача проекта.

Гордондан кәстүмГордондан кәстүм
Гордондан кәстүм
«Мужское / Женское»  тапшырыуы тураһында ошолай яҙылған. Үткәнендә улар беҙҙә булды, Көйөргәҙе районына тағы нимә булған, кем кем менән талашҡан-һуғышҡан тип, беҙ ҙә тәүҙә баш ваттыҡ. Баҡтыһинәң,  һүҙ "Вольница" ансамбле хаҡында икән. Уларға кәстүм кәрәк. Һорамаған кеше, эҙләмәгән ер ҡалмаған - береһе лә ярҙам итмәгән. Аптырап-алйығас, Т. Никитина (етәксе) Мәскәүгә яҙа - Гордондың үҙенә. Һәм тапшырыу Көйөргәҙегә килеп тә төшә, Айсыуаҡҡа. Ансамбль ошо ауыл мәҙәниәт йоротонда эшләй.
Тапшырыуҙы төшөрәләр, ансамбль инәйҙәренең йортона барып ҡунаҡ та булалар һәм, артистарҙы саҡырып, ҡайтып китәләр. Артистар инде Мәскәүҙә йөрөп ята. Башҡалаға 8 кеше юлланған (ансамблдә барлығы 12 кеше), аҡсаһын тапшырыу үҙе түләй - билеттарҙы ала, ашата-эсерә. Баянсылары "Самолеттарҙа осор ваҡытым үткән инде" тип баш тартҡас, уның урынына Фаил Кәримов киткән - Беренсе каналда баян уйнау кемгә эләгә әле. 
Әәә, иң мөһимен онота яҙғанбыҙ - А. Гордон кәстүмдәр бүләк итергә вәғәҙә иткән.  
Тапшырыуҙың эфирға сыҡҡанын көтәбеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас