

Тик оҙаҡҡа түгел. Свобода мәктәбенең бер ерен клуб итеп яһап яталар. Беҙ бөгөн унда керҙек. Реаль эштәр программаһы (суммаһы 400 мең һумдан ашыу) ярҙамға килгән. Ҙур бинаның бер еренән айырым ишек асҡандар, өр-яңы бәҙрәф ҡуйғандар, мәктәптең ҙур коридорын тулы килеш клуб итергә булғандар, кәстүмде сисеп-кейер өсөн дә хатта бүлмәләре бар. Әле, ауыҙ тултырып, клуб тип әйтерлеге юҡ, тик тиҙҙән бында сәхнә буласаҡ, буялаһы буяласаҡ, ҡағаһы - ҡағыласаҡ.
Силсәүит тә ошонда ултыра (әйткәндәй, яңы бәҙрәф бөтәһе өсөн дә була), керһәк, ауыл башлығы үҙе юҡ, буран тип тормай, Ермолай сапҡан. Эштәр идарасыһы Оксана Волкова Ырымбурға күсте лә китте, аптыраҡ, тик Фәнис Рахманғолов күп аптырап ултырмаған, яңы эштәр идарасыһын тапҡан - Лилиә. Исеме лә, үҙе лә йыр кеүек, алсаҡ, яғымлы. Күгәрсендән килен булып төшкән ҡыҙ. Ул беҙҙе оҙата йөрөнө. Йәнә лә Кальченко Наталья, ауылдың "Россияночка" йыр ансамбле етәксеһе.