

Мәҙәниәт өлкәһендәге эште еңел тип әйеп булмай. Мәҫәлән, һауынсыларҙы эштә һыйырҙары, ә табиптарҙы дауаланыусылары көтөп торһа, һатыусыларҙың да һатып алыусылары бар, ә беҙҙең өлкәгә килгәндә, был йәһәттән ауырыраҡ, сөнки берәү ҙә мин ҡатнашам тип, артыбыҙҙан йүгереп йөрөмәй. Һәр артисыбыҙ менән уртаҡ тел табып, уларға ярай белеү мөһим. Шуға ла спектаклде ойоштороуҙа, сәхнәне биҙәүҙә ярҙам итеүселәргә, бейеүселәргә, теләк менән ҡатнашыусы артистарымдың барыһына ла ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Бигерәк тә был заманда балаларын, малдарын ҡалдырып, ваҡыт табып, репетицияларға килгән артистарым алдында баш эйәм.
"Тиле йәшлек" спектакленең режиссеры Нәсимә Шәмсетдинова, Яңы Мораптал ауылы.
Был турала материал үткән һанда баҫылды.