+22 °С
Ямғыр


Тормоштоң ығы-зығыһы барыһы бер ергә - йөрәккә йыйыла, йөрәктең ныҡлығына һинең торошоң, тормошоң бәйләнгән. Шәбағыштар быны белдеме икән, Илкәнәй артистары кисә уларға был турала бик яҡшы төшөндәргән - рәхим итегеҙ, тамаша: "Нисек түҙә был йөрәк?", сәхнәлә Илкәнәйҙең атҡаҙанған артистары. Режиссер ауылдың халыҡ артисы Гүзәл Мөхәмәтшина, биҙәүсе рәссам Илкәнәйҙең халыҡ художнигы Зөлфиә Араптанова.