Күмертау ҡала Советы депутаты Маргарита Моратбаҡыева, концерттар ойоштороп йөрөүсе Ришат Төхфәтуллин һәм Мәхмүт Нәҙершин.
Тиҙҙән ҡалаға ҙур концерт килә икән, Башфилормониянан, рус, итальян, инглиз телдәрендә (ҡурай ҙа буласаҡ) ретро йырҙар башҡарасаҡтар. Бик шәп тамаша буласаҡ, тип ышандырҙы килгән ҡунаҡтар. 6 апрелдә, Күмерселәр мәҙәниәт һарайында. Хаҡы бик ҡыйбат түгел, ололарға 350, балаларға - 150 һум. Пушкин картаһы менән дә керергә лә була.
Мәхмүт Нәҙершин төҫкө бөтөнләй үҙгәрмәгән икән. Беҙ уны (Ҡарауанһарайҙы) бәләкәйҙән тыңлап-ҡарап үҫкән кешеләр, әле:
"Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ...", тип йырлап ебәрә яҙҙыҡ.
- Ҡуштауҙа йырлап торған өсөн үкенмәйһегеҙме?
- Юҡ. Унда бырыһы ла бер ҡарашта аңлар ябай ғына хәл булманы, тора-бара барыһы ла аңлар әле.
Бөгөн булғанды иртәгә генә белер мәлдә йәшәйбеҙ, эйе, бәлки, ҡасандыр барыһына ла төшөнөрбөҙ. Ә әлегә концерт ҡарайбыҙ - 6 апрелдә, Күмерселәр һарайында - үкенескә ҡалмаһын.