

Ошо матур дата айҡанлы төркөмдөң ағинәйҙәре Иҫке Мораптал мәктәбенә үҙҙәренең рухи күстәнәстәре менән ҡунаҡҡа барҙы. Көтөп алған яҙ көндәренә ҡыуанышып "Дуҫлыҡ күпере" сараһына мәктәп уҡыусылары һәм балаларҙың әсәй-өләсәйҙәр йыйылды. Аҡһары ағинәйҙәре балаларҙы халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрҽ, йолалары менән таныштырҙы. Бик күңелле "Беҙ, беҙ , беҙ инек, беҙ 12 ҡыҙ инек" башҡорт халыҡ уйыны балалар күңеленә хуш килде, бигерәк тә мал, ҡош-ҡорт һөйәктәренән эшләнгән уйынсыҡтарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәттеләр, улар менән уйнарға ла мөмкинселектәре булды. Иң өлкән 80 йәшлек ағинәй Гөлсөм Сәлихова үҙе теккән күкрәксәләрен, алъяпҡыстарын, сиккән ҡулъяулыҡтарын күрһәтеп, башҡорт халыҡ орнаменттары тураһында һөйләне. Ағинәйҙәр ҡубыҙҙа ла уйнап күрһәтте, йырҙар йырланы, Миңзиә Уразаева "Бөрйән ҡыҙҙары" бейеүен бейене.
Матур сарала Рәмилә Ҡужаҡова үҙенең шиғырҙар уҡып, ҡунаҡтарға үҙенең китабын бүләк итте.
Мәҡәлә тулы килеш йома һанында баҫылды.