

- Уҙған аҙна коллективыбыҙ менән "Алтын тирмә -2022" төбәк-ара театрҙар конкурсында ҡатнаштыҡ, халыҡ исемен яҡлағайныҡ. Уңышлы сығыш яһағандан һуң, Тәнзилә Сәғит ҡыҙы барыбыҙҙы ла методкабинетҡа саҡырҙы. Үҙенең теләктәрен әйтеп, рәхмәттәрен белдерҙе. Ауылдарҙа ошолай театрҙар булыуы бик кәрәк һәм мөһим икәнен билдәләп үтте. Ваҡыт әҙлегенә иғтибар бирмәй, һәр бер төп ролдә уйнаусыға туҡталып, персонаж тураһында һөйләште. "Театрҙың кимәле юғары. Стәрлетамаҡ дәүләт концерт - театр берләшмәһе актеры Рәсил Йәғәфәр улы Сынбулатовтың мастер класс үткәреүе лә һиҙелеп тора. "Алтын тирмә - 2022" фестивалендә үткәндәр Белорет ҡалаһында сығыш яһайасаҡ. Хәҙерҙән үк өмөтләндермәйем, сөнки әлегә бар райондарҙы ла йөрөп сыҡманыҡ, әммә лә ләкин исемлеккә һеҙҙе керетәм һәм һеҙҙең театрға юғары баһа бирәм,"- тине ул беҙҙе ҡанатландырып.
Аллаға шөкөр, әлеге көндәрҙә "Айыҡ ауыл - 2021" Республика конкурсы сиктәрендә ҙур сараға әҙерләнеп йөрөүгә ҡарамаҫтан, гастролдәр менән йөрөргә лә ваҡыт табабыҙ. Үткән аҙна шәмбе Абдул ауылында Ибраһим Абдуллиндың "Тиле йәшлек" спектакле менән сығыш яһаныҡ, кесе йома, Алла бирһә, Таймаҫ ауылында сығыш яһайасаҡбыҙ (гәзит сыҡҡан арала, Яңы Таймаҫта тамаша булып та өлгөрҙө. ред).
Үҙебеҙҙең ауылдаштарыбыҙ ҙа спектаклде түҙемһеҙләнеп көтә. "Ситтә ҡуйып тик йөрөйһөгөҙ,"- тип әйтеүселәр ҙә булғылай. Ауылда ла, Аллаһы Тәғәлә теләһә, ҡуйырбыҙ. Райондан ҡунаҡтар саҡырып күрһәтергә планлаштырабыҙ, улар тура килеү менән, ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда спектаклгә шаршау асыласаҡ.