Мәҙәниәт
29 Марта 2022, 04:01

Ат та бар, дәрт тә ташып тора

Яҙ миҙгеле дауам итә -Театр яҙы ла дауам итә.  

Ат та бар, дәрт тә ташып тораАт та бар, дәрт тә ташып тора
Ат та бар, дәрт тә ташып тора

Яманһарыла борондан уҡ сәнғәттең ҡәҙерен белгән, уны юғары баһалаған халыҡ йәшәй. Бигерәк тә, театр тураһында әйткәндә шулай. Халыҡ аҙ, актерҙар юҡ тип (районда ундай ауылдар ҙа бар) һылтау табып ултырмағандар, Яманһарыла һәләтле кешеләр күп, ең һыҙғанып, театрға тотонғандар - "Аты барҙың - дәрте бар". Наил ағайҙың әҫәре үҙҙәренә килешеп тора ла: яманһарыларҙың аттары ла бар, дәрттәре лә, тулып, ташып тора. Кисә булған был тамаша. Режиссеры Гүзәлиә Халиҡова. Халыҡ ышырылып килгән, оҙаҡ итеп ҡул сапҡандар: Өфө, Ырымбур, Ҡазан театрҙары беҙҙекеләр алдына пүстәк икән. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас