

- Был бик матур сараға мин йыл һайын ҡанатланып килəм. Балалар менəн бер рəттəн уҡытыусылар, тəрбиəселəр сығыш яһауҙары, был юлы берҙəм эшлəгəндəре бигерəк тə оҡшаны. Сөнки ололар үҙҙəре уҡыусыларға өлгө булып тора. Барыһына ла Йəүҙəт Əфғəнур улы матур фонограмма əҙерлəгəн. Балаларҙың ихласланып, тырышып сығыш яһауҙары күңелгə ятты. Хəҙер бит йырлау түгел, хатта күп балалар һөйлəшеп тə бармай. Элек беҙ бала саҡта төрлө уйындар уйнай инек, тауышланып, ҡысҡырып та. Ҡыш көндəре өйҙə ултырып түҙмəй инек, һыуыҡ булһа ла тышҡа бергəлəшеп уйнара сыға инек. Əлеге ваҡытта балалар телефонға ҡарап тик ултыралар. «Нимə эшлəйһең?»- тип һорау бирһəң, «Мин дуҫым менəн аралашам», -тиҙəр. Бына шулай, балалар хəҙер шып-шым. Бер нисə йыл элек 60 бала ошо конкуста ҡатнашты. Хатта тəнəфес яһап алдыҡ балаларҙың сығыштары араһында. Барыһы ла йырларға ашҡынып тора ине. Ул саҡта тыуған яҡ, тыуған ауыл тураһында яңы йырҙар ҙа күп сыҡҡайны. Ризуан Хəкимовтың йырҙарын яратып башҡарҙылар. Педагогтарҙың эше балалар менəн эшлəү, уларға дөрөҫ тəрбиə биреүҙəн тора, йыр уҡытыусыһы йыр-моң аша тəрбиə бирə. Йырлаған балаға йəшəүе лə еңелерəк тип мин уйлайым.
"Гимназия һандуғасы" конкурсы тураһында ҙур материал үткән һанда гәзиттә баҫылды.