Мәҙәниәт
3 Апреля 2022, 05:49

Уйнаны гармундар

Элегерәк гармун уйнай белмәгән егетте ҡыҙҙар һанға һуҡмай торғайны (армияла бармай ҡалғанға тиң ине).

Уйнаны гармундарУйнаны гармундар
Уйнаны гармундар

 Хәҙер гармундың баһаһы төштө, көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә, гармун тартҡанды табыуы ауыр. 

Ә бит гармун - ябай музыка ҡоралы ғына түгел, серҙәш дуҫ та, бөтәһен аңлап тора - һин ҡайғырһаң, ул ҡайғыра, ҡыуанһаң - ҡыуана. 
Яңы Морапталда гармунды гармун итеп күргән, уның ҡәҙерен белгәндәр йәшәй: йыл да "Уйнаһын гармундар" конкурсы үткәрәләр. Быйыл да йоланы боҙманылар. Конкурс була икәнен ишетеп, әллә ҡайҙарҙан килделәр, Морапталды ғына түгел, әйтерһең, бөтөн Башҡортостанды, хатта Ырымбур далаларын моңға күмделәр. 
Тулыраҡ - киләһе һанда  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас