

Телефондарынан айырылып түңәрәктәргә йөрөүҙәре үҙе бер бәхет. Был бейеү марафонын балалар йыл буйы әҙерләнеп, түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Мәктәптәге бейеү түңәрәгенә йөрөгән балаларға был ҙур этәргес көс булып тора. Улар был сараға килгән төрлө коллективтарға ҡарап сәхнәлә үҙҙәрен тоторға өйрәнә, сығыш яһарға ҡыйыулыҡтары ла арта. Пионерҙар йорто директоры урынбаҫары Лариса Владимировна Заварзинаға, сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәремде юллайым, эштәрендә уңыштар теләйем
Татьяна Исҡужина, "Аҡйондоҙ" бейеү ансамбле етәксеһе, Яңы Таймаҫ ауылы
"Бейеү марафоны" тураһында тулыраҡ бөгөн гәзиттә баҫылды.