Әллә күпме ансмаблдәр ҡатнаша, береһенән-береһе билдәле, атаҡлылар, ә беҙҙекеләр яңы етәксе менән, әле утты-һыуҙы бик кисмәгәндәр тиергә була.
Беҙ ҙә бында ут йотоп ултырҙыҡ, аҙыраҡ маҡтаһалар - булды.
Ҡайҙа, конкурстан һуң әллә нисә тапҡыр телгә алғандар үҙҙәрен. Икенсе урын! Былай уҡ булмаҫ тиһәләр, бик шәптәр икән үҙҙәре. "Һунарға барыу" йолаһын күрһәткән улар, бик оригинал тигәндәр, артистарығыҙ шәп, декорация, сценарий, барыһы ла юғары кимәлдә.
Ансамблде ҡайнар ҡотлайбыҙ, был "һунарығыҙ" бик уңышлы булды, алдағы һунарҙарығыҙ тағы ла уңышлыраҡ булһын.