Барлыҡ өйрөлөүҙәр уның тирәһендә булды - олуғ ҡунаҡ. Бына беҙ ниндәй тигәнде күрһәтергә кәрәк ине, бындай апайҙар, йыл да килеп, һине бәхетле яһамай.
Әминә Ивнәй ҡыҙы, мәҙәниәт министры, ысынлап та, бөгөн әллә күпме кешене бәхетле итте (бәхет - ваҡытлыса төшөнсә, шулай ҙа министрҙың бөгөнгө бүләге был кешеләргә апаруҡ шатлыҡ өҫтәне, киләсәккә юл ярҙы тиергә була, артабан атҡаҙанғанға тоҫмалларға була, унан ары Халыҡ исеменә лә йыраҡ ҡалмай),
Башҡортостандың мәҙәниәте башында тороусы Маҡтау ҡағыҙҙары өләште. Бына Венер Хәмитов, бына Гөлшат Хәйбуллина, бына Тарасов (исемен тәки иҫтә ҡалдырып булманы), бына Любовь Бокова...
Һәм Ләйсән Нуриәхмәтова. Һәр саҡ йәш булып ҡала белгән ҡатын бөгөн тағы ла йәшерәк күренде, Маҡтау ҡағыҙы алды, тамаша арыу ғына килеп сыҡты, ни генә тимә, Әминә республика масштабында министр булһа, Ләйсән - район күләмендәге начальник. Йәшәрмәҫ ерҙән йәшәрерһең.
Барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ, үрҙә яҙғанса, быныһы булды - алда тағы ла яңы үрҙәр көтә.