

Ҡыҙыу эш мәлендә, ҡырҡмаһа ҡырҡ эш ярылып ятҡанда, Украинала мәхшәр барғанда, бөтә нәмәгә хаҡтар артҡанда, сәсеү ваҡыты бит әле, етмәһә. Юлдарығыҙҙы ҡарағыҙ, абынмай йөрөрлөк түгел, ә беҙ, яулыҡ ябынабыҙ ҙа, йыр һуҙабыҙ, таҡмаҡ әйтәбеҙ - хөрриәткә сыҡҡанбыҙ, әйтерһең.
Ошолай уйлағандар күп булды. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, беҙ фәҡирҙәрҙең дә башында булды бындай уй: упҡын ситендә бейеү әллә?
...Таң һарыһынан бар яуаплы кешеләр бында ине. Дөрөҫөндә, әҙерлек эштәре аҙналар, хатта айҙар буйы барҙы, ә әле финал нөктәһенә штрихтар керетеү булды. Ҡатып-өшөп бөттөк тинеләр яуаплы кешеләр. Ни, ҡояшы ҡыҙҙырмай. Торараҡ йылытты. Әллә ҡояш сыҡты, әллә килеп тулған халыҡ шулай үҙ-ара йылыһын бүлеште, ҡыҙыу булып китте. Төрлө ауылдар, ҡалалар мәҙәниәт һарайы менән хакимиәт алдын тултырҙы. Йыр, бейеү, милли кейемдәр, шашлыҡ еҫтәре. Ағинәйҙәр, төрлө ансамблдәр, рәссамдар... Бөтәһе лә сара аҙағында үлтерә яҙып маҡтаны. Йәдҡәр абзый Баширов та Фирҙәүес апай менән килгән. Әхәт Ҡотлоәхмәтовта ҡуна яталар икән. Уларҙың һүҙе һәр саҡ алтынға бәрәбәр, Ҡазан ҡунаҡтары ла маҡтаны. Ғорурланабыҙ. Тәүәкәндән килгән күршеләр ҙә маҡтауҙан башҡа һүҙ әйтә алманы - шәп йәшәйһегеҙ, көйөргәҙеләр! Ҡала башлығы Олег Фролов та телен шартлатты. Мәҙәниәт министры Ә. Шафиҡова ла юғары баһа ҡуйҙы.
Ҡайтып барышлай, барыһын да күҙ алдынан йәнә бер ҡат үткәргәс, беҙ ҙә маҡтаныҡ. Барыбер шәп булды байрам. Суҡынһын мәшәҡәттәре, аҙға ғына булһа ла үҙебеҙгә үҙебеҙ байрам яһаныҡ, күңелгә ял бирҙек.