

"Яулыҡ тыныслыҡ символы" фестивале киң ҡолас менән бара. Бөтөн район, күрше-тирә бында йыйылған. Анауында йылмайышып яҡшымбәттәр, бында йырлашып морапталдар, тағы ла арыраҡ бейешеп ялсыҡайҙар тора. Хатта Ырымбур өлкәһе Октябрьский ҡалаһынан да ҡаҙаҡ дуҫтар килгән.
Мәҙәниәт һарайы эсендә биҙәнешеп, төҙәнешеп аҡ инәйҙәр ултыра. Тәүәкән ауылы ағинәйҙәре беҙҙәге сараны ишетеп ҡалып күмәге менән килеп еткәндәр. Тиҙҙән инәйҙәребеҙ түңәрәк өҫтәлде башлап ебәрәсәк.
Ҡыҫҡаһы был байрам барыһын да берләштереүсе сара икән. Был сараны күрергә тип мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла килә ята
Сара тураһында тулыраҡ һуңыраҡ яҙылыр.