Мәҙәниәт
4 Май 2022, 09:06

Уңышлы «һунар»

- Кинйə Арыҫланов исемендəге халыҡ фольклор ансамблен етəклəүемə яңы ғына булһа ла, ике йылға бер тапҡыр үткəрелгəн төбəк-ара фестивалдə 2-се урын яулауға ирештек. 

Уңышлы «һунар»Уңышлы «һунар»
Уңышлы «һунар»

23 фольклор коллективтар араһында уңышлы сығыш яһаған коллективыма, сəхнə биҙəлешендə һəм костюмдар менəн ярҙам күрһəткəнРПЛИ директоры Венер Сабанчинға, башҡорт теле һəм əҙəбиəте уҡытыусыһы Зилə Əбхəлимоваға, ҡаланың 4-се һанлы китапханаһы мөдире Алла Жеребцоваға, Яманһары ауылынан Зөлфиə Сынбулатоваға, “Праздник” мəҙəниəт йорто хеҙмəткəрҙəренə, М.Исҡужин исемендəге Прогимназия уҡыусыларына, уҡытыусыларына (бик дəртлəнеп йөрөйҙəр) сикһеҙ ҙур рəхмəттəремде еткерəм".

Хаҡҡолой Мөхəмəтйəнов:
- Кинйə Арыҫланов исемендəге халыҡ фольклор ансамблебеҙҙə яңы етəксе булып Айгөл Ильясова эшлəй башланы. Уның ташып торған дəрте, тырышлығы, ныҡышлығы
менəн коллективыбыҙ яңы һулыш алды һəм төбəк-ара фестивалдə ҡатнашып 2-се урын алыуға өлгəштек.
Беҙҙə төрлө йəштəгелəр йөрөүе ҡыуандыра. Иң олоһо мин, 2014 йылдан бирле йөрөйөм. Уҡыусылар ҙа бар. Коллективыбыҙға балаларын йөрөткəн ата-əсəлəргə афарин тип əйткем килə. Сөнки килəсəгебеҙ улар ҡулында. Йөрөһөндəр, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғəҙəттəребеҙҙе онотмай, үҫтерергə үҙ көстəрен һалһындар. Килəсəктə лə Айгөл Исмəғил ҡыҙы менəн төрлө бəйгелəрҙə ҡатнашырға тип пландар ҡорҙоҡ.

Материал тулы килеш гәзиттең үткән йома һанында донъя күрҙе. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас