Все новости
Мәҙәниәт
7 Мая 2022, 12:05

Дөрөҫ юлдан барам

Рәсимә Миһранова, "Йәшлек" мәҙәниәт йортоноң балетмейстры: 

Дөрөҫ юлдан барам
Дөрөҫ юлдан барам

- Үҙемде белгәнемдән бирле гел генә бейеп йөрөнөм. Атай-әсәйем телевизорҙан берәй концерт ҡараһа, мин йырсыға ҡарамай, артта бейеп йөрөгән бейеүселәрҙе күҙәтә инем. Улар мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы, тап шуларға ҡарап, миндә бейеүгә һөйөү тыуҙы. Бейеү түңәрәктәренә йөрөү теләгемде еңә алмай, 2-се класта үҙем барып "Күмерселәр" мәҙәниәт йортонда эшләгән "Бейеү Империяһы" тип аталған түңәрәккә яҙылдым. Унда 4 йыл бейеү серҙәренә төшөндөм, етәксебеҙ киткәс, мин гимнастика түңәрәгенә күстем, сөнки һығылмалы, етеҙ булғым килде. Ҡалала үткән төрлө концерт сараларында әүҙем ҡатнаштым. 7-се класта уҡығанда Бәләкәй Муса ауылына йәшәргә күстек, мин Илкәнәй ауылына йөрөп уҡый башланым. Унда бейеү түңәрәге, өйрәтеүсеһе юҡ ине, мин үҙем йәштәш ҡыҙҙарымды йыйып, бейеү ҡуйып, барлыҡ сараларҙа әүҙем сығыш яһап йөрөнөк. 9-сы класты тамамлағас, гәзиттә иғлан күреп ҡалдым да, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжына хореография бүлегенә уҡырға инергә булдым. 

Рәсимәнең фекере тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: