Все новости
Мәҙәниәт
7 Мая 2022, 12:40

Янып йәшәйем

Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут мәҙәниәт йорто балетмейстеры: 

Янып йәшәйем
Янып йәшәйем

- Бейеү сәнғәтенә, мәктәп йылдарында килдем, мәҙәниәт йортонда үткән һәр сараларҙа ҡыҙҙар йыйылып үҙебеҙгә үҙебеҙ бейеү һалып бейеп йөрөлде. Унан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт белгестәрен әҙерләгән техникумына бейеү бүлегенә уҡырға индем. Һәм бына 32 йыл ошо яратҡан эшемә тоғро ҡалып, уның менән янып йәшәйем.
Эш осоромда, бик күп балаларға бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләй алғаныма бик шатмын, улар араһында профециональ бейеүселәр ҙә булыуы икеләтә шатлыҡлы.
Заманынды бейеү ансамбелдәребеҙ менән Яҡутты гөрләттек инде. 18 йыл өлгөлө балалар коллективы исемен йөрөттек. Беҙҙең Яҡут бейеүселәренә Өфө, Ырымбур, Ҡаҙан кеүек ҙур сәхнәләрҙә сығыштар яһау бәхете тейҙе. Кинйә Арыҫланов исемендәге премияға ла лайыҡ булдыҡ.

Рәмзиәнең фекерҙәре лә тулыһынса гәзиттең Бейеү көнөнә арналған номерында баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: