Все новости
Мәҙәниәт
8 Мая 2022, 10:16

Рәхмәтлемен

Диана Ғөбәйҙуллина, Ермолаевоның "Йәшлек" мәҙәниәт һарайының балетмейстры: 

Рәхмәтлемен
Рәхмәтлемен

- Бейеү иленә мине әсәйем алып килде. Үҙемде иҫләй башлағаны бирле, ағайым менән гел ниндәйҙер сараларҙа ҡатнашып йөрөнөк. Беҙҙең ғаиләбеҙҙә барыһы ла ижад кешеһе бит. Әсәйем хореограф, ә атайым аккомпаниатор, ағайым да бейергә яратты, беҙ уның менән бер нисә йыл парлы бейеүҙәр ҙә башҡарып йөрөнөк. Төрлө конкурстарҙа, районыбыҙҙа үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашып, районыбыҙҙың бәләкәс йондоҙсоҡтары булдыҡ. Шундай мөхиттә үҫеп минең икенсе юлды һайлауым мөмкин дә түгел ине, мин үҙемде был сәнғәттән тыш күҙ алдына ла килтермәй инем. Хореограф һөнәрен һайлап Стәрлетамаҡ ғалаһының сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына уҡырға индем, унда уҡып сыҡҡас, артабан Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтына уҡырға индем. Бейеү ул мәҙәниәт өлкәһе, унда күңелле, ҡыҙыҡ мәлдәр ҙә булып ала. "Сәйҙәш" бейеү театрында бейегәндә, президент алдында сығыш яһаған мәлдә, йығылдым, бейеп бөткәнсе эстән генә көлөп саҡ түҙҙем, бейеп бөткәс етәксенән эләкте әлбиттә, шулай ҙа был мәл күңелдә һаҡланған.

Диананың фекерҙәре лә тулыһынса апрель айының һуңғы номерында баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: