Все новости
Мәҙәниәт
8 Мая 2022, 09:55

Сәнғәт еңел бирелмәй

Ләйсән Байғотлина, Яңы Таймаҫ ауыл мәҙәниәт йорто хореографы: 

Сәнғәт еңел бирелмәй
Сәнғәт еңел бирелмәй

- Бейеу ул үҙе бер тормош. Бейеусе үл hөнәр түгел, ул тәбиғәттән бирелгән hәләт. Яңы Таймаҫ ауылына бейеүсе булып эшкә килеүемә бер йыл да үтеп китте. Үҙем Күмертау ҡалаһынан. Эшем бик тә оҡшай, балалар бейеү төркөмө ойошторҙом, "Шатлыҡ" бейеү төркөмөндә 10 бала бейеү серҙәренә өйрәнә. Балалар менән эшләүе ауыр түгел, улар барыһын да яҡшы аңлап, тыңлап, күҙгә ҡарап ҡына торалар, бик тырыштар үҙҙәре.
Бейеү сәнғәте еңел бирелмәй, был уйнап йөрөү менән генә тиң түгел, унда бөтә ерҙә эшләргә тейеш, тән бейеүҙе сағылдыра икән, мейе уны эшләтергә, хәрәкәттәрҙе йәнләндерергә тейеш.
Был сәнғәт төрө күңелемә бигерәк яҡын.

Ләйсәндең фекере гәзиттең Бейеү көнөнә арналған номерында тулыһынса баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: