Все новости
Мәҙәниәт
29 Мая 2022, 09:20

Талант тыйнаҡ була

Яңауылда үткән гармун бәйгеһенә Көйөргәҙенән Айҙар Хөснөтдинов, ә Күмертауҙан Фаил Кәримов барған.  

Талант тыйнаҡ була
Талант тыйнаҡ була
Фаил урын алған - 2 дәрәжә лауреаты. 200 гармунсы араһында (улар ҡайҙан ғына килмәгән!) бындай урынды яулау оло мәртәбә. 
Ф. Кәримовты, фотоһын ҡуйып, ҡотлайыҡ тиһәк, фотолары юҡ. Яңауылдағы байрамда кем генә, нисек кенә итеп төшөп бөтмәгән, ә икенсе урынды яулаусы әллә фотоаппараттан ҡасып йөрөгән, Фаилдың йөҙөн таба алмайбыҙ. Дөйөм генә төшкән берәүһен саҡ таптыҡ. Ысын талант шулай тыйнаҡ була, күрәһең.
Сираттағы еңеүең менән ҡотлайбыҙ, Фаил. 
Айҙармы? Ул, ҡыҙғанысҡа, урын алмаған.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: