Все новости
Мәҙәниәт
3 Июля 2022, 09:30

Үрнәктәр үрнәк күрһәтә

Кисә Күмертауҙа яҡташ йырсыға арналған дискотека булды. Хәйбуллала ла булған бындай хәтер кисәһе. Үрнәк ауылы Ю. Шатуновты бейеп иҫкә алған. 

Үрнәктәр үрнәк күрһәтә
Үрнәктәр үрнәк күрһәтә
Мәрхүм йырсы, моғайын, ҡыуанғандыр, ҙур мегаполистарҙан алып, бәләкәй генә ауылдарға тиклем уны береһе лә онотмай. Тағы бер нәмәгә шатланырға тейеш йырсы. Уның йәшлек дәүерен ауылдыҡылар ҡәҙерләп һаҡлай: клубта 1988 йылда нисек булған, шундай уҡ иҙән, шул уҡ сәхнә, шаршау, светомузыка, ултырғыстар. 
Ремонт аҡса юҡлыҡтан түгел, тарихты ихтирам иткәндән башҡарылмай. 
Хәйбулла ауылы Үрнәк ауылы башҡаларға үрнәк күрһәтә - йырсыны яратһағыҙ, клубтағы бер нимәгә теймәгеҙ - барыһы ла шул көйө ҡалһын, үткән заман һулышын тоям тиһәң, шулай яҡшыраҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: