Все новости
Мәҙәниәт
5 Июля 2022, 11:21

Һағынып һөйләрлек булды

БРГИ ятаҡханаһы янынан тыныс ҡына үтермен тимә. 

Һағынып һөйләрлек булды
Һағынып һөйләрлек булды
Бында бөгөн рәссамдар эшләй. Яндарына барып, хәл-әхүәлдәрен белешеп килдек. 
Ғәләмәт! Балалар ҡуна ята торған урын ҙур бер күргәҙмә тиерһең, тығылыр урын юҡ. Бында береһен төшөрәләр, тегендә икенсеһен мәңгеләштерәләр. 
Регина Хузина ултыра. Тышта. Баҡһаң, ул уҡымышлы татар ҡыҙын тасуирлай икән. Уны төшөргән рәссам бабай ҡыҙҙы маҡтап алды: бик түҙемле Регина, нисә көн төшөрәм, сыҙап тик ултыра. 
Эскә үттек. Яҡуттар тулған. Бөгөн бит башҡорт мәҙәниәте көнөнә арналған көндәре рәссамдарҙың, күрәһең, иң матур башҡорттар Яҡутта йәшәй. Яңыраҡ ҡына никах туйҙарын үткәргән Гүзәлиә менән Дамир Әбйәлиловтарҙың туй йылы ғүмерлеккә иҫтәрендә ҡалыр: уларҙы кәртинкәгә төшөрәләр. 
Рәссамдарҙан һораштыҡ, нисек ҡаршы алдылар, ашаттылар.
- Бик шәп ойошторолоған сара, - тип тел шартлатты әһелдәр, - аҙаҡ һағынып һөйләрлек булды. 
Тиҙҙән махсус брошюра донъя күрәсәк, Көйөргәҙе, Күмертау ерендә төшөрөлгән әлеге рәсемдәрҙән торасаҡ ул.
Салауатия дауам итә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: