

- "Салаватия" ижад байрамында ҡатнашыу бик ҡыҙыҡлы булды, мин тәүгә бындай ролгә индем. Һәр беребеҙгә алдан уҡ нимә кейем һайлап, ҡайһы ерҙә ултырырға урындар билдәләнгән ине. Шунда барып ултырҙыҡ, артабан инде бер Өфөнән килгән рәссам килде лә минең һүрәтемде яҙа башланы. Мин башҡорт халыҡ милли музыка ҡоралы ҡурайҙы һәм боронғо ҡыпсаҡ ырыуы кейемен күрһәттем. Өфө рәссаме яҙып ултырғанда тағы ике рәссам килеп (улары Мәскәүҙән ине): "Беҙҙе көтөгөҙ, беҙ ҙә төшөрәбеҙ, алдан башлаған эште генә бөтәбеҙ ҙә",- тинеләр. Шулай итеп 2 сәғәт бер ижадсыға, аҙаҡ тағын шунса ваҡыт натурщик булып ултырырға тура килде.
Фидандың "Салаватия" хаҡында фекере тулыһынса бөгөн гәзиттә баҫылды.