Мәҙәниәт
8 Июля 2022, 04:45

"Бесәнлектә эшләнек"

Диана Ғөбәйҙуллина, "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы балетмейстры:

"Бесәнлектә эшләнек""Бесәнлектә эшләнек"
"Бесәнлектә эшләнек"

Бик әһәмиәтле, ҡыҙыҡлы сара үтте районыбыҙҙа. Миңә лә ошо сараның бер өлөшө булыу бәхете тейҙе. Беҙ коллегам Денис Арыҫланов менән бесәнлектә эшләп йөрөгән башҡорт ғаиләһен күрһәттек. Был минең өсөн яңы төрлө ижад өлкәһендә ҡатнашыу бик ҡыҙыҡлы булды. Беҙҙе Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссаме Риф Мөдәрис улы Абдуллин һүрәтләне. Ул бик ябай һәм ихлас күңелле кеше, беҙҙең һүрәтте яҙған арала, үҙе менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп үтте. Мин иҫем китеп шуларҙы тыңлап ултырып 3-4 сәғәттең нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалдым...

Диананың да һөйләгәндәре тулы килеш бөгөн гәзиттә яҙылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас