

Ә иҫке бина тураһында нимәһен һөйләп тораһың. Яҡуп ауылы клубы менән дә шулайыраҡ хәлдәр. Быйыл буранлы ҡыш көнөндә генә асылғайны был клуб. Элек медпункт та, магазин да булып өлгөргән бина ул. Илереп ҡыуанышҡайныҡ был ваҡиғаға, райондың бөтөн хакимиәте килгәйне клубты күрергә. Әммә, барыбер, керҙең дә бейей-йырлай башланың түгел, эштәре байтаҡ. Әле клубтың ҡыйығын яңыртып, эргә-тирәһен кәртәләп йөрөй егеттәр. Булғас, ысын клуб һымаҡ булһын, еренә етһен.