

Венер Хәмитов, Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто мөдире:
- Мәҙәниәт йорто алдын тағы ла йәмләү маҡсаты менән үҙем уйлап сығарып, үҙ ҡулдарым менән "Дуҫлыҡ" ҡойоһо эшләп ҡуйҙым. Был эште атҡарып сығыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Мәрхәмәтлек фонды етәксеһе Лилиә Михайловаға, "Арзан" магазины хужаһы Мәрүәр Сәғәҙиеваға һәм Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Улар күрһәткән бағымсылыҡ ярҙамы менән төҙөлөш материалдары һатып алып ошо матур ҡойоно яһап ҡуйҙыҡ.
Был ҡойо ишек алды биҙәү өсөн генә төҙөлөп ҡуйылманы, уның эсенә һыу үткәрелгән, ауылыбыҙға килен булып төшкән йәш кәләштәрҙе киләсәктә ошонда һыу юлына алып килерҙәр, шулай уҡ ҡойо эргәһендә мөхәббәт ҡапҡаһы ла бар, унда яңы өйләнешкән йәш парҙар, һөйөү билдәһе итеп, үҙҙәренең йоҙаҡтарын элеп китәсәк.
Дуҫлыҡ ҡойоһон йома көнө, тантаналы рәүештә, асырға планлаштырабыҙ. Был байрамға бәләкәй генә сара әҙерләнек, районыбыҙ етәксеһе Юлай Ильясов һәм "Нур" халыҡ бейеү ансамбленең өс солисы таҫма киҫкәндән һуң, ҡойонан алынған тәмле һыуҙарҙан самауыр сәйҙәре эсеп күңел асасаҡбыҙ.