+20 °С
Облачно
- Шул аҡсалар тураһында уйлап йөрөгән баш. Күпме бирерҙәр, әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа тәү сиратта клубтың алғы яғын рәтләргә ине, теге йылдары ремонт яһағанда, ҡыйыҡҡа раствор күтәреп, тулыһынса сыйып, аҡтарып бөттөләр стеналарҙы. Аҡса артып ҡалыр булһа, музыкаль аппаратура ла ныҡ кәрәк. Әле былары пландар ғына, ошо һаналған бәләләрҙән ҡотолорға ярҙам итһә был субсидия ныҡ шәп булыр ине.