- Был субсидия аҡсаһын ҡайҙа тотонабыҙмы? Һеҙ һорағас та, башҡа тәүге сиратта беҙҙең иң ауыртҡан ер - музыка аппаратураһы кәрәкелге иҫкә төштө. Иң үҙәккә үткән проблемабыҙ шул. 33 йыл буйы эшләйем ошо клубта, бер ҡасан да аппаратура биргәндәре булманы. Әле үҙемдең аҡсаға алынғанды йөрөткән булабыҙ. Башҡа йәһәттән беҙҙең эштәр ал да гөл: әле ел клубтың ҡыйығын аҡтарған, шуны ямайбыҙ. Эсен биҙәү менән дә проблема юҡ, өйҙән ташып булһа ла биҙәп ҡуябыҙ. Яңы ултырғыстар булды, былтыр Өфөнән алып ҡайттыҡ, Керәүле, Яҡут һәм беҙгә биргәйнеләр уларҙы. Тағы ла бер ҡыуанысыбыҙ бар: "Рябинушка" ансамбле өсөн тиҙҙән яңы кәстүмдәр тегәсәктәр, подземгаз аҡса бирергә вәғәҙә итте. Бирелгән субсидия аҡсаһы артып ҡалһамы, урынын табырбыҙ, беҙгә ноутбук кәрәк.
Материал үткән аҙнала гәзиттә тулыһынса баҫылды.