Мәҙәниәт
14 Август 2022, 06:28

Матур иҫтәлек

Киноның саф һауала күрһәтелеүе барыһына ла оҡшаны.

Матур иҫтәлекМатур иҫтәлек
Матур иҫтәлек

Гөлнара Сәйфуллина, Ҡалта ауылы клубы мөдире:
- Был кинофильм тәүҙә Яңы Мораптал ауылы урамдарында күрһәтелде һәм мин Ҡалтала ла күрһәтелеүен һораным. Венер Хәмитов беҙҙең ауылға ла алып килеп күрһәтеп, ауыл халҡына матур ял бүләк итте. Урамға күп эскәмйәләр алып сығарып ултырттыҡ, 50-гә яҡын кеше йыйылды. Буш булды. Халыҡ рәхәтләнеп саф һауала кино ҡарап, ҙур ҡәнәғәтлек менән таралыштылар. Үҙҙәрен шул кинофильмда күреп ҡыуаныштылар. Мәҫәлән, минең балаларым шул кинола 5-7 йәшлектәр булһа, хәҙер улым әрме сафтарында, ә ҡыҙыма инде 20 йәш. Башҡа егет һәм ҡыҙҙар ҙа үҙҙәренең бала саҡтарын күреп ҡыуандылар. Йәше лә, олоһо ла килде ҡарарға. Иң оло инәй Айһылыу Аҙнабаева булды, уға 85 йәш. Был фильмда төшкәндәрҙең күптәре хәҙер иҫән түгелдәр инде. Матур итеп һөйләп торған Рабиға инәй Хәмитова юҡ, Рәйес ағай Биғәнәков та юҡ. 

Был күңелле сара хаҡында тулыраҡ гәзиттә үткән һанда баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас