

- Был проектта еңеп алынған грант аҡсаһы, спектакль ҡуйыуҙа кəрəк булған костюмдарға, яҡтыртыуға, декорацияға китəсəк. Алдан "Айһылыуҙың айлы кистəре" тигəн спектакль ҡуйҙыҡ, халыҡ ныҡ оҡшатып ҡарағайны. Йəшлек мəҙəниəт йорто, ошо спектакль өҫтөндə проект эшлəп, конкурсҡа ғариза ебəрҙе, шулай итеп күмəклəп еңеү яулауға ирештек. Ошо тиклем ҙур еңеүебеҙ өсөн Дилə Батуринаға, Йəшлек мəҙəниəт йорто хеҙмəткəрҙəренə рəхмəтлемен. Ни өсөн Яҡшымбəт мəҙəниəт йорто, тигəн һорау тыуыр тип уйлайым, алдан яуап биреп ҡуям. Районыбыҙҙа, беҙҙең театраль коллектив "Көйөргəҙе халыҡ театры" исемен яулап алды һəм ғорур йөрөтə, шуға күрə, конкурста ҡатнашыу өсөн тап беҙҙе һайланылар. Был спектакелде ҡуйырға ярҙам итеү өсөн, беҙгə һəр ваҡыттағыса актерлыҡ оҫталығы серҙəрен өйрəтеп тороусы, үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ Стəрлетамаҡ Дəүлəт театр-концерт берлəшмəһе актеры Рəсил Сынбулатовты саҡырасаҡбыҙ.
Яҡшымбәттәрҙең уңышы хаҡында үткән һанда гәзиттә баҫылды.
Фотолрҙа: Яҡшымбәт халыҡ театры сығыштарынан күренештәр.