Кисә, бөтөн ҡаланы шаулатып, "Эврика" тип аталған ҙур сара үтте.
Балалар дәрестән тыш, ниндәйҙер, үҙҙәренең күңеленә ятышлы, түңәрәкте һайларға тейеш ине. Уҡыусылар, әлбиттә, К. Арыҫланов ансамблен дә урап үтмәне. Үҙҙәре барыһын тотоп, тейеп ҡараны. Йыр-моң түңәрәгенә йөрөргә тип дәртләнгәндәр ҙә булды. Һәр кесе йома көнө 17.00-дән 18.00-гә тиклем, әйткәндәй, Күмерселәр һарайына һәр теләгән кеше килә ала (йәш бөтөнләй мөһим түгел).
Ниңә был түңәрәккә йөрөргә кәрәк, әллә аҡса бирәләрме? Юҡ. Күберәкте бирәләр. Рух тигәнде. Унан килеп, донъя гиҙер, ҙур сәхнәләрҙе яулар өсөн дә матур сәбәп. Фольклор ансамбле "Мин тормошто яратам" фестивалендә беренсе урынды яулағайны, бына, Өфөгә саҡырып яталар. Концерт нисек үтер - репортаж булыр.