Мәҙәниәт
16 Сентября 2022, 12:59

Эш өсөн рәхмәт

Байрамдар күп хәҙер, көн дә байрам, көн дә туй тип тап беҙҙең әлеге ваҡыт тураһында әйткәндәр ахры. 

Эш өсөн рәхмәтЭш өсөн рәхмәт
Эш өсөн рәхмәт
Әлбиттә, ниндәй генә мәҙәни сараны ҡарама - унда мотлаҡ беҙҙең кешеләр булыр һәм сараның иң уртаһында йөрөрҙәр. Әле бына Тамға тип аталған бик тә мәртәбәле милли кейем конкурсы бара. Дөрөҫөн әйтәбеҙ, бында беҙҙекеләр юҡтыр, беҙгә эш аҙыраҡ булыр тип ултырһаҡ. Булыр һиңә! Әлфиә Дәүләтшина шунда йөрөп ята. Былай ғына йөрөмәй, барыһын шаҡ ҡатырып, урындар алып йөрөй. 
Беҙгә эш өҫтәгәнең өсөн рәхмәт, Әлфиә, көтәбеҙ, алда тағы ла өҫтәмә эш булыр - еңеп ҡайт! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас