Мәҙәниәт
19 Сентября 2022, 09:13

Билмәнде һораманыҡ

Ул йырлап килеп инде. Беҙгә оҡшаған йыры былайыраҡ ине: "Йырланы ямғыр, йырланы...". Ә Искәндәр "Юшатыр" тип һуҙҙы. Юрамал. Беҙгә төрттөрөп.

Билмәнде һораманыҡБилмәнде һораманыҡ
Билмәнде һораманыҡ
Искәндәр Ғәзизовты телгә алыуыбыҙ. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта булып китте. Ҡунаҡ тигәндән, беҙҙең яҡтарҙа ҡуна ятып йөрөргә ярата икән үҙе.
- Яҡут ауылында Ләйсән Аҙнабаева йортонда туҡталабыҙ, -тип һалды йырсы, - бик шәп ғаилә. Унда Рәжәп Рамаҙанович менән улы Рәмил дә шәп кешеләр, йәнә лә һеҙҙең районда Ғәйнетдин Мөхәмәтов бар - илем, телем тип йәшәй. 
Әңгәмә байтаҡҡа һуҙылды. Искәндәр һөйләшеү һуңында әйтеп һалды: 
 - Ҡалай шәп интервью алаһығыҙ ул, һорауҙар уникаль, ату ҡайҙа барма,  бәлештең ниндәйен ашайһың да, билмән яратаһыңмы тигәнгә оҡшаш һорау бирәләр.
Әңгәмә киләһе һанда баҫыла, ә Искәндәр Ғәзизовтың концерты Күмертауҙа 15 ноябрҙә була. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас