

- Урын алмаһаҡ та күңелдәр төшмәне, көр!!! Дәрәжәле бәйгелә мәшһүр ҡурайсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһауы беҙҙең өсөн оло мәртәбә булды. "Ҡарабай" балалар ҡурайсылар ансамбле сығышын көслө алҡыштарға күмеп хәйбуллалар ҡаршы алды. Афарин балалар! Һеҙгә киләсәктә уңыштар теләйем, ҡурайға булған һөйөүегеҙ артһын, кәмемәһен. Алда тағы бәйгеләр күп булыр, еңеүҙәр ҙә һис шикһеҙ булыр. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ!!! Әлбиттә, район мәҙәниәт еткселегенә, ата-әсәләренә, балаларҙы илһамландырып, дәрт өҫтәп, уларҙы оҙатып йөрөп, ҡарап алып ҡайтыусы Рәмзиә Әбйәлиловаға айырым рәхмәтлемен. Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ.
Был мәҙәни сара тураһында материал тулыһынса гәзиттә баҫылды.