Мәҙәниәт
17 Октября 2022, 03:42

Дауа

Сыҡһа ла сыға икән беҙҙән йәштәр! 

ДауаДауа
Дауа
Вилданды әйтәбеҙ, Яңы Мораптал ауылы егетен. Шәп йырсы булып танылыуы етмәгән, кәләштең дә ниндәйен эләктергән - Гөлназ Асаеваны, Башҡортостанда, Татарстанда, моғайын, Рәсәйҙәлер ҙә әле, иң сибәр ҡыҙҙарҙың береһен. 
Улдары шәп, килендәре тағы ла шәберәк - кисә морапталдар, һуштары китеп, уларҙың тамашаһын ҡараған. Концерт, бигерәк тә, бына ошондайы - үҙҙәренеке - әлеге мәлдә күңелгә иң шәп дауалыр ул. Ошо дауағыҙ өсөн рәхмәт, Вилдан, рәхмәт, Гөлназ. 
Ә тамаша бөгөн Күмертауҙа була. Ҡала, концертҡа килә алған ауылдар халҡы Күмерселәр һарайында йөрәктәренә, аҙ булһа ла, сихәт бирә ала.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас