Мәҙәниәт
21 Октября 2022, 11:52

Раушаниябыҙ еңгән!

Конкурс бит ул, тимәк, уның еңеүсеһе була. 

Раушаниябыҙ еңгән!Раушаниябыҙ еңгән!
Раушаниябыҙ еңгән!
Жюри ағзалары, бәйге бөткәс, бикләнеп, байтаҡ ултырҙылар. Кемеһелер, түҙмәй, ҡайтып та китте - ауылда мал бар, ир бар, башҡаһы бар тигән кеүек. Ахырҙа, көттөрөп-көттөрөп, сыҡтылар. 
Түҙемһеҙләнеп, йөрәктәрен ҡуш усҡа ҡыҫып торғандар, ниһайәт, Гран-При алған йырсының исемен ишетте - Раушания Сынбалатова, Яҡшымбәт ауылы. Әйткәндәй, ул ҡайтып китеп өлгөргәйне. 
Зарар юҡ, даны, барыбер, Көйөргәҙе буйлап таралып өлгөрҙө - Раушаниябыҙ еңгән! Ҡотлайбыҙ!
Барлыҡ материалдар гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас