

Өс сəғəткə һуҙылған концерт программаһы шул тиклем бай, матур булды, йəш артистар үҙҙəре менəн бергə ижадташ дуҫтарын да алып килгəн, улар араһында Тимур Рамаҙанов, ҡурайсылар, баянсылар ҙа булды. Ауыл халҡы бик риза булып, рəхəтлəнеп ял итеп, матур тəҫьораттар менəн, рəхмəттəр əйтеп таралышты.
Рəсимə Шəмсүтдинова:
- Хөрмəтле ауылдаштар! Бик ҙур рəхмəт һеҙгə! Беҙҙең балаларҙың ижадтарын яратып залдар тултырып килгəнһегеҙ! Килəсəктə лə Алла бирһə шундай матур концерттарҙа осрашырға булһын!
Нəфисə Баҙретдинова:
- Беҙ Ырымбурҙан килеп ҡараныҡ, шатланып бөтə алмыйбыҙ, ҙур уңыштар иҫəнлектəр.
Тамаша хаҡында хат гәзиттә баҫылды.