Мәҙәниәт
28 Октябрь 2022, 04:51

Туғандар янда булһа...

Шәүрә Әлибаева, Яҡут ауылы, “Юшатыр” гәзитенең махсу бүләгенә лайыҡ булыусы: 

Туғандар янда булһа...Туғандар янда булһа...
Туғандар янда булһа...

- “Юшатыр” гәзитенең махсус бүләген алыуыма бик шатмын. Йылы һүҙҙәрегеҙ, бүләгегеҙ өсөн рәхмәт. Туғандар тураһында йыр йырланым. Сөнки бар нәмәнән ҡәҙерлерәк туғандарыңдың булыуы. Туғанһыҙ кеше яңғыҙ булыр ине. Шатлығы йәки ҡайғыһы менән уртаҡлашырлыҡ, ауыр минуттарҙа кәңәш һорарлыҡ кешең булмаҫ ине. Беҙҙе туғандар, яҡындар ғына башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ аңлай ала бит. Тормош еңел, әгәр туғандар янда булһа. Бергә берҙәм булып артабан йәшәргә яҙһын. Ә һеҙгә юшатырҙар еңел булмаған эштәрегеҙҙә уңыштар. Гәзитебеҙ артабан да янып, балҡып эшләп, барыбыҙҙы ла яҡшы хәбәрҙәр менән генә ҡыуандырып торһон.

Конкурстан репортаж бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас