

Өфө ҡалаһының дәүләт филармонияһы залы башҡорт халыҡ йырҙарын яратыусылар менән тулы ине. Ҡыуаныслы, күптәр үҙҙәренең балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен алып килгәндәр.
Ҡатнашыусылар Һамар, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙән дә килгәндәр.
Халҡыбыҙҙың "Илсе Ғайса", "Сыбай Ҡашҡа", "Каруанһарай", "Ҡара ат", "Абдрахман" һәм башҡа йырҙары ла яңғыраны.
Жюри 1-се урынды Кумертау ҡалаһынан һәүәҫкәр йырсы Ришат Вахитовҡа бирҙе.
Конкурстың аҙағында халҡыбыҙҙың "Урал" йырын бөтә йырсылар бергә башҡарҙылар.
Ошо конкурсты ойошоторған "Ашҡаҙар" радиоһына, уның етәксеһе Гәүһәр Батталоваға рәхмәтемде белдерәм. Был сара алтын мираҫыбыҙ - боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын һаҡлап ҡалыу һәм артабан да үҫтереү, йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн бик мөһим. Башҡорт йырҙарының һәр береһенең тарихы бар, уларҙы ла киләһе быуынға еткерер өсөн икенсе юлы йырлар алдынан тарихын да һөйләп китеп зарур булыр.
Спасибо руководителю радио "Ашкадар" Гаухар Батталовой за хорошую организацию 1-го конкурса самодеятельных исполнителей башкирских народных песен.
Зариф Байғусҡаров, РФ Дәүләт Думаһы депутаты.