Мәҙәниәт
2 Ноября 2022, 10:00

Гел кәрәк бул

Бик тә эшең булмаһа, машина ал - Запорожец - ти торғайнылар элек.

Гел кәрәк булГел кәрәк бул
Гел кәрәк бул

Йәнәһе, шул машинаны соҡоп тик ултырырһың. Бер аҙна йөрөһә, ике ай ватыҡ була тигән мәғәнәлә. Әле заманы икенсерәк. Эшең булмаһа, нимә эшләргәлер, һәр кем үҙенсә уйлай, үҙенсә шөғөл таба, беҙҙең башҡа төшкән нужа былайтып әйттертте: бик тә эшең булмаһа, гармун ал.
Гармундың яңыһының янына яҡын барырлыҡ түгел, ат хаҡы. Ҡулдан алырға тура килде. Алғанда арыу ғына уйнаған һымаҡ булһа, алып ҡайтҡас, бының рәте китте, бер төймәгә баҫаһың, ун төймә ҡысҡыра. Аптырап-алйып бөткәс (сығарып ташларға йәл, хужаһына кире ҡайтарыу ҙа уңайһыҙ), район-ҡала артистары юлын өйрәтте: ярҙам итһә, Геннадий Иванович ҡына ярҙам итә. Попов. Уны белмәгәне һирәк, әле пенсияла, ғүмере буйы сәхнәнән төшмәгән кеше. Таптыҡ, барҙыҡ. Бының хәбәре бөтмәй, өйҙә ятып ялыҡҡанмы, улай тиһәң, баҡса бар, әбей бар.
- Һин ҡайҙан, Фәритте, Азаматты, Йәмилде, Айҙарҙы беләһеңме? - эше һағындыралыр, әллә күпме, концерт-сәфәрҙәргә бәйле, хәтирәләрен теҙҙе. Тиҙ генә сығарып ебәрергә уйы юҡ.
Эшләне гармунды тәки. Оҫта - оҫта инде, беҙҙе тыңламаған гармун уны тыңлай, бер-береһен яҡшы аңлайҙар.
Рәхмәт, Геннадий Иванович, ҡулыңдың игелен күреп, иҫәнлектә, йырлап ҡына йәшә. Эшең булып торһон, үҙең кешеләргә кәрәк булып тор.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас