Мәҙәниәт
3 Ноября 2022, 04:59

Юҡҡа бармағандар

Күмертауҙың Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең бер-бер артлы яулаған уңыштарын һанап бөткөһөҙ. 

Юҡҡа бармағандарЮҡҡа бармағандар
Юҡҡа бармағандар

Айгөл Ильясова, Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе:
- Был мәртәбәле сарала ҡатнашыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Фестивалдең тәүге туры онлайн үтте. Унда видеояҙма ебәреп ҡатнаштыҡ. Республикабыҙҙан барлығы алты фольклор ансамблдәре ҡатнашҡайны, әммә икенсе турға беҙ генә үткәнбеҙ. Был да беҙҙең өсөн бер ғорурлыҡ булды. Ульяновскийҙа 3 көн дауамында барған фестивалдә өс номерыбыҙҙы ла гала концертҡа һайлап алдылар. Еңеү яулап, Мәскәү ҡалаһынан, Һамар, Төмән өлкәләренән, Бүрәт республикаһынан килгән ансамблдәр менән бер сәхнәлә сығыш яһауыбыҙ ҙур мәртәбә булды. Беҙ “Киленсәк” башҡорт халыҡ йырына “Килен һөйөү”ҙе сәхнәләштерҙек.
Жюри ағзалары маҡтанылар, хатта Гран-при бирергә лә булыр ине тип күңелде күтәрҙеләр. Был ҙур эш. Коллективыбыҙ менән көн дә эштән һуң репетицияға йөрөп ныҡлы әҙерләндек. Барыһы ла тырышты, афариндар! 

Материал тулы килеш үткән аҙнала гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас