Рим ағай Хәсәнов. Ҡайҙан килгән уға бындай талант, ниндәй йыр яҙһа ла, ул халыҡтыҡы була ла китә. Мәңге онотолмаҫ, мәңге йырланыр йырҙар - классика.
Яңы ғына бөйөк композиторыбыҙ ижадына арналған "Сәскәләр уяныр" исемле конкурс булған. Благовар районында. Күмертау ҡалаһының "Сулпан" халыҡ вокаль ансамбле ошо конкурста Гран-При яулаған! (етәксеһе Фатима Усманова)
Ҡотлайбыҙ! Алдағы эшмәкәрлегегеҙ ҙә Рим Хәсәнов ижады кеүек булһын - моңло, оҙон, емешле.