Все новости
Мәҙәниәт
16 Декабря 2022, 09:12

Уңдырышлы "Айһылыу"

- Ниһәйәт, ҙур еңеүҙең иң ҡыуаныслы мәле етте тиһәм, яңғылышмам. 

Уңдырышлы "Айһылыу"
Уңдырышлы "Айһылыу"

Сөнки беҙ ике йыл дауамында проекттың һөҙөмтәләрен көтөп, өмөтләнеп йәшәнек, еңеүебеҙҙе белгәс тә бик ныҡ ҡыуанған инек, ә әле мәҙәниәт йортобоҙға өр-яңы, заманса ҡорамалар алып йөрөү үҙе ҙур бәхет. Был да үҙенә күрә бик тиҙ генә башҡарыла торған эш түгел, сөнки грантты еңдең дә бөттө түгел, уны еңеүе бер булһа, артынан сабып йөрөүе ике, еренә еткереп эш итеп тә ҡуйырға кәрәк. Еңдең дә, теләгән нәмәгеҙҙе алығыҙ тип аҡсаны ҡулға ла тотторҙолар түгел, һәр бер тине һанала, етмәһә һәр бер ала торған нимәнең үҙ суммаһы бар, кәметеп алһаң ярай ҙа, арттырып ҡара. Шул сәбәптән, гранттың биреүсеһенә хаттар яҙыла, ә мөмкинме беҙгә ошоноң урынына ошоно алырға, ә бының урынына быны. Сөнки грантта ҡатнашкан саҡта әйберҙәрҙең хаҡы бер ине, еңгән саҡта ике, йә иһә өс тапҡырға артып китте, ярай әле быларҙың барыһын да шәп белгес, беҙҙең еңеү өсөн ҙур көс, күп ваҡыт һалыусы, Дилә Батурина хәл итә. Ул грант тип етәкселәргә генә бер нисә тапҡыр барылды, мәҙәниәт бүлеге мөдире Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы талапсан кеше...

Был материал да тулы килеш үткән аҙна һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: